

Салауат ҡалаһында йәшәүсе 39 йәшлек ир «еңел аҡса» эшләргә теләп, аферистарҙың ҡорбанына әйләнгән. Ул өс ай дауамында ялған инвесторҙар менән аралаша, уларҙың тәҡдимдәрен үтәй һәм һөҙөмтәлә 5 миллион 200 мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалта.
Асыҡланыуынса, ир өҫтәмә эш эҙләгән һәм социаль селтәрҙәрҙең береһендә «Онлайн-подработка» рекламаһын тапҡан. Реклама буйынса күсеп, ялған "брокерҙар" менән таныша. Сит кешеләргә ышанып, уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һала башлай.
Иң тәүҙә ул эш өсөн ҡушымталар ҡуйған, электрон янсыҡта теркәлгән һәм балансты ҙур булмаған суммаға — 8 мең һумға тулыландырған. 1,5 мең һум табыш алғас, инвестицияларҙан ысынлап та аҡса эшләргә мөмкин булыуына инана, ҙур сумма һалырға ҡарар итә. Ул шәхси аҡсаһын да күсерә, кредит та юллай, яҡындарынан бурысҡа ла алып, электрон янсыҡҡа һала.
Һуңынан күҙ алдында күпкә артҡан аҡсаһын электрон янсыҡтан сығарырға ниәтләгәс, уңышһыҙлыҡҡа тарый. Блокты сисер өсөн 1,5 миллион һум талап ителә. Был аҡсаны зыян күреүсе иптәшенән алып, электрон иҫәбенә индерә. Һуңынан "брокерҙарҙың" өгөтөнә күнеп, инвестициялауҙан туҡтамаҫҡа ҡарар итә, еңел "табыш" тураһында ҡатынына һөйләй. Хәләл ефете кредитҡа алынған 700 мең һум аҡсаны иренә бирә.
Күсерелгән средстволарҙың дөйөм суммаһы 5 миллион 200 мең һумдан ашып китә. Зыян күреүсе аҡсаларҙы сығарырға маташҡанда, енәйәтсе тағы ла 1,5 миллион һум талап итә. Шунда ғына ир алданыуын аңлап, полицияға бара.
Был факт буйынса РФ ЭЭМ Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең тәфтишселәре тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Хөрмәтле граждандар! РФ ЭЭМ Салауат ҡалаһы буйынса бүлеге иҫкә төшөрә: тиҙ табыш вәғәҙәләренә ышанмағыҙ! Инвестицияларҙың ҙур процентын мутлашыусылар ғына тәҡдим итә! Аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә күсермәгеҙ. Һаҡ булығыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.