

Октябрьскийҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙың аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнгән 55 йәшлек ир суд алдына баҫасаҡ. Был хаҡта БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Февралдә ғәйепләнеүсе МХО ҡатнашыусыһынан уның ҡатынына тапшырырға тейешле банк картаһын алған. Енәйәтсе 800 мең һумдан ашыу аҡса тотонған, шул иҫәптән букмекер контораһында ставкалар яһаған.
Ир үҙ ғәйебен таныған, ул элек тә бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән булған. Уны ҡулға алғандар. Оҙаҡламай был эште суд ҡараясаҡ.