

Әлшәй районы буйынса полиция бүлегенә Түбәнге Әүрез ауылынан 29 йәшлек ҡатын уны талауҙары тураһында хәбәр иткән. Урланған аҡса 2 мең һум ни бары, әммә ваҡиғаның үҙе иғтибарға лайыҡлы.
Зыян күреүсе әйтеүенсә, ул өйҙө йыйыштырған мәлдә ағаһының элекке ҡатыны килеп инә. Хужабикәнең уның менән танышҡан көндән бирле борсаҡтары бешмәгән. Етмәһә, ҡатын ағаһына кейәүгә сыҡҡас та, үҙен бик әҙәпһеҙ тотҡан: спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан, әхлаҡһыҙ тормош алып барған.
Саҡырылмаған ҡунаҡ килеп инеү менән алкоголгә аҡса талап итә башлай. Юғары тондарҙа һөйләшеү тиҙ арала һуғышыуға барып етә. Хужабикәнең тайып йығылғанынан файҙаланып, енәйәтсе журнал өҫтәленән ике мең һум ятҡан аҡса янсығын ала ла, ашығып сығып китә.
Хужабикә уны ҡыуып етеп, аҡсаһын кире ҡайтарырға маташа. Улар тағы һуғыша. Еңгә тейешлек кеше бикәсен еңә һәм енәйәт урынын ташлап ҡаса.
Зыян күреүсе менән әңгәмә барышында енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсенең шәхесен асыҡлай. Йәрмәкәй районы Спартак ауылынан 29 йәшлек ҡатынды, быға тиклем ауыр енәйәттәр ҡылған өсөн бер нисә тапҡыр ултырып сыҡҡан рецидивистканы, ҡулға алалар һәм полиция бүлегенә алып киләләр, унда ул таныу күрһәтмәләре бирә.
Ғәйепләнеүсе әйтеүенсә, урланған аҡсаға ул аҙыҡ-түлек һәм алкоголь һатып алған.
Ваҡиға факты буйынса РФ ЕК 161-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (талау). Был статьяның санкцияһы 7 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота. Әлеге ваҡытта енәйәт эше фигуранты РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 91-се статьяһы нигеҙендә һаҡ аҫтына алынған.