Бер ҡотҡарыу тарихы

Кисә Өфөлә ҡотҡарыусылар юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән ҡыҙҙы ҡотҡарған.

Бер ҡотҡарыу тарихыБер ҡотҡарыу тарихы
Бер ҡотҡарыу тарихы

Кисә кис Өфө ҡалаһының берҙәм дежур-диспетчер идаралығы пультына Әхмәтов урамында юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр килә. Ҡыйралған автомобилдән кешене сығарыу өсөн ҡотҡарыусыларҙың ярҙамы талап ителә.

Урынға килгәс, Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре 23 йәшлек ҡыҙҙың "Лада" автомобилендә ағасҡа бәрелгәнлеген асыҡлай.

Бәрелешеү һөҙөмтәһендә водитель салонға ҡыҫылып ҡалған була. Ҡотҡарыусылар зыян күреүсене тиҙ арала сығарып, уны тиҙ ярҙам бригадаһына тапшырған.

Әлеге ваҡытта юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана.

Фото һәм видео: УГЗ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас