

Бөгөн төндә Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығына Әбделкәрим ауылында янғын тураһында хәбәр килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндереп, янғын урынын тикшереү барышында 68 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған.
Хәҙер унда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәфтишсеһе эшләй. Янғындың сәбәптәре һәм ваҡиғаның шарттары асыҡлана.
Хөрмәтле республика халҡы һәм ҡунаҡтары!
- ут менән һаҡһыҙ эш итеүгә юл ҡуймағыҙ, түшәктә тәмәке тартмағыҙ;
- бер розеткаға бер нисә ҡеүәтле электр приборын ҡуйып, электр селтәрен артыҡ көсөргәнештә эшләтмәгеҙ;
- электр сымдарын алмаштырыу кәрәк булһа, ремонтты белгестәргә генә ҡушығыҙ.
Фото: https://web.max.ru/-69197923551776