

«Фобос» үҙәге белгестәре билдәләүенсә, 27 майҙан башлап һауа торошо ҡырҡа һыуытасаҡ. Термометр бағанаһы 10 градусҡа түбәнәйәсәк. 27 майҙан 3 июнгә тиклем көндөҙ +12...+16 градус, ә төнөн +9 градусҡа тиклем булыуы көтөлә.
5 июндән һауа температураһының тағы бер ҡырҡа күтәрелеүе — +30 градусҡа тиклем һәм унан да юғарыраҡ булыуы күҙаллана. 10 июндән 17 июнгә тиклем көндөҙ +21...+23 градус, төнөн +5...+12 градус йылылыҡ урынлашасаҡ.
18 июндән ай аҙығына тиклем +25...+30 градус булыуы көтөлә.
Ямғырлы көндәрҙең күберәге айҙың беренсе яртыһына тура килер тип фаразлана.
27 июндән һәм июлдең беренсе аҙнаһында һауа температураһы +30 градустан ашып китәсәк. Һауа торошо үҙгәреп торасаҡ.
Росгидромет оҙайлы осорҙағы климат мәғлүмәттәрен анализлау нигеҙендә июлдә һауа температураһы ғәҙәттәгенән юғарыраҡ буласаҡ тип фаразлай.