Афарин, Азамат!

Салауатта полиция хеҙмәткәрҙәре пенсионерҙың аҡсаһын мутлашыусыларҙан ҡотҡарған такси водителенә рәхмәт белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Афарин, Азамат!Афарин, Азамат!
Афарин, Азамат!

Өлгәре көн Салауат ҡалаһы полицияһына 31 йәшлек Азамат Ғәҙелшин мөрәжәғәт итеп, такси водителе булып эшләүен әйтә һәм үҙе менән булған хәлде һөйләп бирә. Кис уға заказ килә. Заказсы Салауаттан әйберҙәр һалынған сумканы алырға ла, ашығыс рәүештә Өфөгә килтерергә кәрәклеген белдерә, сөнки ул, йәнәһе лә, поезға һуңлай. Спорт сумкаһын оло йәштәге бабай алып сыға һәм багажникҡа ҡуя. Водитель, сумкала тыйылған бер нәмә лә юҡмы тип һорай, бабай, юҡ, тигәс, баш ҡалаға юллана.

Бер аҙ барғас, оло йәштәгеләргә ҡарата мутлыҡ ҡылыуҙары тураһында белгәнгә, Азамат Ғәҙелшин сумканы асып ҡарай. Унда мендәр, таҫтамал кеүек әйберҙән тыш аҡса ла ятҡан була. Таксист оло йәштәге бабайҙың алдаҡ ҡорбаны булыуын аңлай һәм шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә.

Артабанғы тикшереүҙәр барышында мутлашыусыларҙың пенсионерҙы «яҡынығыҙ аварияға эләкте» тигән билдәле схема буйынса алдағаны асыҡлана. "Ҡыҙыңды енәйәт яуаплылығынан ҡотҡарыу өсөн" 1 миллион һум талап ителә, тип алдайҙар бабайҙы. Оло кеше сумкаға ҡыҙына дауаханала кәрәкле әйберҙәр һәм уны «ҡотҡарыу» өсөн 285 мең һум һәм 96 доллар - ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күпме йыя алған, шунсама аҡса һала.

Азамат Ғәҙелшиндың уяулығы арҡаһында пенсионерҙың аҡсаһы мутлашыусылар ҡулына эләкмәй.

Гражданлыҡ позицияһы һәм IT-технологиялар ярҙамында башҡарылған енәйәттәрҙе иҫкәртеү буйынса бурыстарҙы үтәүҙә булышлыҡ иткәне өсөн РФ ЭЭМ Салауат ҡалаһы буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полиция подполковнигы Рруслан Ғәйнуллин Азамат Ғәҙелшинға рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләк тапшырҙы.

Хөрмәтле граждандар! Полиция иҫкәртә: мутлашыусылар үҙҙәрен теләһә кем тип таныштыра ала. Һәр шылтыратыусыға ышанмағыҙ, бер ниндәй һылтау менән дә аҡсағыҙҙы сит кешеләргә тапшырмағыҙ, аҡсағыҙҙы билдәһеҙ иҫәптәргә күсермәгеҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙ менән һөйләшеп, уларға алдашыу схемалары тураһында һөйләгеҙ.

Фото: https://web.max.ru/-69583385867562

 

Афарин, Азамат!
Афарин, Азамат!
Автор:Баныу Ҡаһарманова