Ҡот осҡос фажиғә!

ЛНР-ҙың губернаторы Леонид Пасечник ауыр хәбәр еткерҙе: "Бөгөн төндә фажиғә булды. ВСУ йоҡлап ятҡан яҡлауһыҙ балаларға һөжүм итте. Дошман БПЛА-лары беҙҙең педагогия университетының Старобельский колледжының уҡыу корпусына һәм ятағына һөжүм итте".

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡот осҡос фажиғә!Ҡот осҡос фажиғә!
Ҡот осҡос фажиғә!

- Һөжүм мәлендә унда 14-18 йәшлек 86 бала була, - тип яҙа губернатор. - 35 кеше яраланған. Уларға кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелә. Ҡотҡарыусылар емереклектәрҙе һүтеүҙе дауам итә, ике үҫмерҙе өҫкә сығара алғандар, улар табиптарға тапшырылған. Емереклектәр аҫтында һаманғаса балалар ҡала, эҙләүҙәр дауам итә. Ваҡиға урынында ашығыс хеҙмәттәр эшләй, бөтә кәрәкле ярҙам, шул иҫәптән психологик ярҙам күрһәтелә. Старобельскийҙа шулай уҡ административ биналар, магазиндар, шәхси йорттар зыян күрә. Уларҙың береһендә ир яралана, уға ла медицина ярҙамы күрһәтелә. Тәфтишселәр дошман һөжүменең эҙемтәләрен теркәй.

Фото: https://web.max.ru/-68120251465945

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова