Ун еңеү!

Өфө уҡыусылары ҙур фестивалдә уңышлы сығыш яһап ҡайтты.

Ун еңеү!Ун еңеү!
Ун еңеү!
 
Ошо көндәрҙә Ставрополдә «Российская школьная весна» ижад фестиваленең финалы уҙҙы, ул «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса ойошторола.
Башҡортостан делегацияһы 10 наградаға лайыҡ булды!
Иван Петраев (Ҡалтасы) - вокалда еңеүсе, инструменталь йүнәлештә махсус приз алды. Салауаттан Анастасия Бартенева инструменталь номинацияла - беренсе урында. 
Бейеү буйынса ике беренсе урын бар: Өфөнән «ROBOBANDA» ике номинацияла еңде, Туймазынан «Элегия» - икенсе урында.
Театр йүнәлеше буйынса Тимур Ғилманов (Октябрьский) - өсөнсө, шул уҡ ҡаланан «Щелкунчик» өлгөлө театры махсус призға лайыҡ булды. 
«Медиа» номинацияһында ла махсус призыбыҙ бар - Өфөнән Мирон Киринда. 
"В поисках себя" төбәк командаһы махсус приз алды, тип хәбәр итә БР йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.
Ҡотлайбыҙ! Афариндар!
 
Фото: Министерство молодёжной политики Республики Башкортостан.
Ун еңеү!
Ун еңеү!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас