

Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, "ейәнсәрегеҙ юл фажиғәһенә тарыны" тигән һылтау менән мутлашыусылар зыян күреүсене яҡынына ашығыс рәүештә дауаланыуға аҡса кәрәклегенә ышандыра. Бабай 200 мең һум күләмендә аҡса йыя, уны енәйәтселәр "ышаныслы кешеләргә" тапшырыуҙы талап итә.
Тиҙҙән йортҡа такси килә. Бер ни һиҙмәгән водитель, пенсионерҙың ҡулынан аҡса һалынған пакетты алып, Октябрь проспектындағы йорт янында билдәһеҙ кешегә бирер өсөн юлға сыға. Килешелгән урында уны ҙур аҡ наушниклы йәш егет көтөп ала.
Тиҙҙән такси водителе һүҙҙәренән төҙөлгән ориентировка буйынса енәйәтте тикшереү хеҙмәткәрҙәре курьерҙы эҙләп таба. Ҡулға алынған студент күрһәтмәләрҙе үтәгән өсөн мутлашыусылар уға урланған сумманың яҡшы процентын вәғәҙә иткәнен аңлата.
Йәш кешегә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө (мутлашыу) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: курьер булырға ризалашып, һеҙ енәйәттең тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыһына әйләнәһегеҙ. Бер төркөм кешеләрҙең алдан килешеп мутлашыуы өсөн енәйәт яуаплылығы 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш курьер суд ҡарары буйынса алдаҡ ҡорбандарына зыянды ҡапларға бурыслы. "Еңел эш хаҡы" һәм "яҡшы процент" вәғәҙәләренә ышанмағыҙ - был һүҙҙәрҙең артында тормоштары селпәрәмә килгән, һаулыҡтары ҡаҡшаған кешеләрҙең яҙмышы тора. Әгәр һеҙгә башҡаларҙың аҡсаһын тапшырыуҙа йәки аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереүҙә аралашсы булырға тәҡдим итһәләр, был хаҡта шунда уҡ полицияға 102-се телефон аша хәбәр итегеҙ.
Фото һәм видео:https://web.max.ru/-69583385867562