Кесерткәндең файҙаһы бик күп

Уның үҫмәгән ере юҡ. Сағылған һайын беҙ кесерткәнде әрләйбеҙ, әммә сағыуының зыяны юҡ, тик ҡырмыҫҡа кислотаһы ғына бөркөлә. Борон кешеләр, ул хәүеф-хәтәрҙән һаҡлай, тип иҫәпләгән һәм тәҙрә, ишек баштарына элеп ҡуйыр булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кесерткәндең файҙаһы бик күпКесерткәндең файҙаһы бик күп
Кесерткәндең файҙаһы бик күп

  Кесерткән – витаминдарға бик бай. Аскорбин кислотаһы ҡара ҡарағат менән лимонға ҡарағанда – ике тапҡырға, ә каротин кишер менән һырғанаҡҡа ҡарағанда байтаҡҡа күберәк. Яҙғыһын организм витаминдарға һыуһаған ваҡытта кесерткән уның эшмәкәрлеген бик тиҙ яйға һала.  

Составындағы кремний менән органик кислоталар организмдың зарарлы микробтарға, токсиндарға, радиация йоғонтоһона ҡаршы тороусанлығын көсәйтә. Ә К витамины ярҙамында ул ҡан туҡтатыу үҙенсәлегенә эйә. Шуға күрә кесерткәнде танау ҡанағанда һәм эске ағзалар (үпкә, бөйөр, эсәктәр, бала ятҡылығы) ҡанһырағанда ҡулланалар. Тик кемдең ҡаны ҡуйы, уларға кесерткәнде ҡулланыу тыйыла. 

Был үҫемлектең япрағы хлорофилға бай. Ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, эсәктәрҙең, бала ятҡылығының, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу үҙәгенең тонусын күтәрә. Кесерткән минераль матдәләргә, айырыуса тимергә бай. Һөҙөмтәлә, ул ҡанда гемоглобиндың күтәрелеүенә булышлыҡ итә. Шуға күрә халыҡ медицинаһы йөрәк ауырыуҙарынан һәм аҙ ҡанлылылыҡтан кесерткән төнәтмәһе эсергә ҡушыла.

Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ла күберәк кесерткән ашарға кәңәш ителә. Сөнки ундағы секретин инсулин барлыҡҡа килеүгә йоғонто яһай һәм шуның менән ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеүгә булышлыҡ итә. Элек-электән кесерткәнде сәсте нығытыу өсөн ҡулланғандар.    

Кесерткәндән бик тәмле аш-һыу әҙерләргә лә мөмкин.  Ваҡ ҡына итеп туралған кесерткән япрағын ашҡа, бутҡаға, салатҡа, йомортҡаға ҡушалар. Әгәр ҙә киптерелгән япрағын ыуалаһаң, аш-һыуға ҡушыу өсөн витаминдарға һәм микроэлементтарға бай бик файҙалы тәмләткес килеп сыға. Кесерткәндән әҙерләнгән ризыҡтар зарарлы микроорганизмдарҙы юҡ итеүсе фитонцидтарға бай булыу сәбәпле, тиҙ генә боҙолоп бармай. Улар ашҡаҙан менән эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләүгә булышлыҡ итә. Кесерткәндән шифалы аҙыҡ әҙерләүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ, иң мөһиме – уның экологик йәһәттән таҙа булыуы.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина