

39 йәшлек ҡатындың мунсаһы янып киткәс, полицияның участка уполномоченныйы ваҡиғаға элек хөкөм ителгән 62 йәшлек ирҙең ҡыҫылышы булыуын асыҡлай. Ғәйепләнеүсе полиция бүлегенә тикшереү өсөн килтерелә. Ир үҙенең ғәйебен таный, ни өсөн мунсаға ут төрткәнен дә аңлата.
Баҡтиһәң, мунса хужабикәһе уны гелән мәрәкәләп шаяртҡан. Был иргә бөтөнләй оҡшамаған. Үпкәләгән, ҡыҫҡаһы.
Был факт буйынса РФ ЕК 167-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Үпкәсел ирҙе һаҡ аҫтына ултыртҡандар.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.