Маладис, таксист!

Нефтекамала такси водителе пенсионерға ҡарата мутлашыуҙы туҡтатҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Маладис, таксист!Маладис, таксист!
Маладис, таксист!

«Ягуар» компанияһының аңлы таксисының уяулығы һәм РФ ЭЭМ Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәренең оператив эше арҡаһында Өфөлә "посылка"ны көткән курьерҙы ҡулға алыу мөмкин булды, тип яҙа БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Нефтекамала йәшәгән 84 йәшлек әбейгә телефондан шылтыратып, ҡыҙы ролен уйнаған енәйәтсе илай-илай, юл фажиғәһенә тарыуын әйткән, ялған "тәфтишсе" ашығыс операция өсөн аҡса талап ителеүен аңлатҡан. Ҡыҙына енәйәт яуаплылығы янауын белгәс, пенсионерҙың бөтөнләй ҡото осҡан.

Уға ярҙам итеү өсөн оло йәштәге әбей дауахана өсөн әйберҙәр һалынған сумка әҙерләргә, ә иң мөһиме — бөтә аҡсаһын һалырға тейеш була. Һөйләшеү барышында мутлашыусылар сумканы такси водителе аласағын белдергән. Ошо мәлдә енәйәтселәр таксист менән дә бәйләнешкә сыға. Ете мең һумдан ашыу аҡсаға, юл хаҡына, Өфөгә посылка алып барыуы тураһында һөйләшеп килешәләр.

Төнгө сәғәт 3-тә әбей сумканы водителгә тапшыра. Тулҡынланған пенсионер менән осрашҡандан һуң таксист уйға ҡала: сумканың еңел, заказдың төндә булыуы, әбейҙең телефон аша кем менәндер туҡтауһыҙ һөйләшеүе, инструкциялар алыуы шик тыуҙыра. Шылтыратыусылар һорағанса "посылка"ны Өфөгә алып барыу урынына, ул туранан-тура полиция бүлегенә мөрәжәғәт итергә ҡарар итә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар сумканы тикшергәндә унда 270 мең һум аҡса һәм дауаханала кәрәкле әйберҙәрҙе таба.

Оперативниктар кисекмәҫтән Өфөгә юллана һәм "посылка"ны тапшырыу урынында курьерҙы тота. 15 йәшлек үҫмер таксистан сумканы алып, аҡсаны мутлашыусыларҙың реквизиттарына күсерергә тейеш була. Әлеге ваҡытта уның менән урындағы тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә. Полиция ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлай.

РФ ЭЭМ Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлеге был тарихта такси водителенең төп ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ул уяулыҡ күрһәтмәһә, пенсионер әбейҙең аҡсаһы мутлашыусыларҙың иҫәбенә китер ине. Кешеләрҙең хәүефһеҙлеген үҙ табышынан өҫтөн ҡуйған шундай аңлы таксистар күберәк булһын!

Хөрмәтле граждандар! Һаҡ булығыҙ. Әгәр һеҙгә ауыр хәлгә тарыған яҡындарығыҙ хаҡында хәбәр итһәләр, шылтыратыусының һүҙҙәренә ышанмағыҙ. Зыян күреүсегә йәки медицина учреждениеларына шылтыратып, мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ, аҡса бирергә ашыҡмағыҙ. Был хаҡта оло йәштәге туғандарығыҙға ла хәбәр итегеҙ!

Таксистарға ла сәйер, шик тыуҙырған хәлдәргә иғтибар итеп, полицияға мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайбыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова