Көн боҙола

Синоптиктар ошо хаҡта фаразланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көн боҙолаКөн боҙола
Көн боҙола

Бөгөн, 20 майҙа көндөҙ республиканың төньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғырҙар яуасаҡ.
Шаршамбы, 21 майҙа иһә төбәккә төньяҡтан һалҡын фронт киләсәк, бер аҙ һалҡынайтыуы көтөлә. Һауа температураһы төнөн +8, +13, көндөҙ +19, +24 градус. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыряуыуы фаразлана.
Һалҡын көндәр оҙаҡ һаҡланмаясаҡ. Ял көндәрендә, 23-24 майҙа һауа  температураһы +29 градусҡа тиклем күтәреләсәк, ә 2 июндән бөтөнләй +30 градустан юғары эҫелек башланасаҡ.
Июндә үтә эҫе булыуы фаразлана: беренсе ун көнлөктә — көндөҙ +30–33-кә тиклем һәм төнөн +16-нан түбән түгел, айҙың икенсе яртыһында — стабиль рәүештә +24-тән юғары. Ямғырҙар һирәк буласаҡ, аномаль һауа торошоноң сәбәбе тип Эль-Ниньо феноменының йоғонтоһон атайҙар.

Автор:Гөлнара Солтанова