

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баҡалы районы буйынса бүлеге 1951 йылғы Ғабдуллин Клим Мөбәрәк улының ҡайҙа икәнлеген асыҡлай.
2022 йылдың 25 сентябрендә ул Баҡалы районының Мунсайылға ауылындағы өйөнән сығып киткән һәм кире ҡайтмаған (бәлки, Татарстан Республикаһына юлланғандыр, тип фаразлана). Әлегәсә уның ҡайҙалығы билдәһеҙ.
Билдәләре: ҡарамаҡҡа 70–75 йәштәр тирәһе, буйы яҡынса 160 см, ябыҡ кәүҙәле, күҙҙәре ҡара төҫтә, ҡыҫҡа сал сәсле.
Айырым билдәләре: һул терһәгендә татуировка — танк һүрәте һәм «ГСВГ» хәрефтәре.
Ҡара башлыҡ, хаки төҫөндәге куртка һәм салбар, ҡара свитер, ҡара калуш кейгән булған.
Юғалған кеше тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙы полицияға түбәндәге телефондар буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баҡалы районы буйынса бүлегенең дежур часы: 8 (34742) 3-28-76, БР Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны: 8 (347) 279-32-92, БР Эске эштәр министрлығының дежур часы: 8 (347) 279-39-02, 02 йәки 102 (мобиль телефондан).
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan