

Былтыр декабрь айында Нефтекама ҡалаһы янындағы Әмзә ауылында юғалған 58 йәшлек Альбина Хасим ҡыҙы Ғәйфүтдинова һәләк булған. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Благовещен ҡалаһында 63 йәшлек Юрий Николаевич Гагаринды эҙләйҙәр. Ул 18 майҙа өйөнән сығып киткән һәм юғалған.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баҡалы районы буйынса бүлеге тарафынан Күрсәй ауылынан Федоров Игорь Борисович эҙләнә. 1972 йылғы
ир 2019 йылдың 31 майында Мәскәү өлкәһенә эш эҙләп киткән. Бөгөнгә тиклем уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ.
Билдәләре: ҡарамаҡҡа 50 йәштәр тирәһе, буйы 168 см, ябыҡ кәүҙәле, ҡыҫҡа сал сәсле, күҙҙәре асыҡ төҫтә.
Кейеме: һоро башлыҡ, көрән куртка, ҡара салбар, күн ботинкалар. Үҙе менән ҡара төҫтәге рюкзак алған булған.
Уның турала мәғлүмәтегеҙ булһа, полицияға түбәндәге телефондар буйынса хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ: РФ ЭЭМ Баҡалы районы буйынса бүлеге дежур часы: 8 (34742) 3-28-76, БР Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны: 8 (347) 279-32-92, БР Эске эштәр министрлығының дежур часы: 8 (347) 279-39-02, 02 йәки 102 (мобиль телефондан).
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan, асыҡ сығанаҡтарҙан.