

Тәфтишселәр һәм полицейскийҙар ваҡиға картинаһын тергеҙә, шаһиттарҙан һорау ала, тентеүҙәр үткәрә һәм экспертизалар тәғәйенләй. Мәрхүмәнең шәхесе асыҡлана - ул Баймаҡ районынан булып сыға. Ҡатындың улын дауаханаға алып барғандан һуң кире әйләнеп ҡайтмауы тураһында иренең полицияға 2025 йылдың ноябрендә үк хәбәр иткәне билдәле.
Тиҙҙән енәйәттә ғәйепләнеүсене лә асыҡлайҙар һәм Башҡортостанда йәшәүсе ир таныу күрһәтмәләре бирә. Уның һүҙҙәренсә, ул 2025 йылдың 10 ноябрендә кис Баймаҡ районының Күсей ауылы янында шул ҡатын менән осраша. Көнсөллөк арҡаһында низағлашып, ир ҡатынды быуып үлтерә. Һуңынан мәйетте Силәбе өлкәһенә алып барып, уға сылбыр менән бетон блокты ҡуша бәйләп, йылғаға ташлай.
Силәбе өлкәһенең тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған. Тикшереү дауам итә.
Фото һәм видео: Силәбе өлкәһенең тәфтиш комитеты.