«Экологик именлек» милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, тәбиғәт паркы биләмәһендә 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашлығында шыршы үҫентеләре ултыртылды, тип хәбәр итәләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
Был сара "Йәшел Башҡортостан" ойошмаһы тарафынан "Урман ултырт" федераль проекты һәм "Еңеүҙең йәшел хәтере" программаһы буйынса ойошторолған.
Октябрьский, Туймазы, Өфө ҡалаларынан, Ҡандра, Ҡандракүл, Николаевка ауылдарынан, Бүздәк районынан тәбиғәтте һаҡлауға битараф булмағандар себер шыршыһы ултыртҡан. Күптәр ғаиләләре менән килгән. Эш бөткәс, ялан бутҡаһы ашап, хуш еҫле сәй эсеп, көр кәйефтә таралышҡандар.
Гөрләп үҫһен урман!
Фото: Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан.