Һыуға сумырға әҙерһегеҙме?

1 июндә баш ҡалабыҙ Өфөлә һыу инеү миҙгеле башлана. Рөхсәт ителгән пляждарға ғына йөрөгөҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һыуға сумырға әҙерһегеҙме?Һыуға сумырға әҙерһегеҙме?
Һыуға сумырға әҙерһегеҙме?

Быйыл туғыҙ рәсми һыу инеү урыны эшләйәсәк.

Улар (пляж исемдәрен русса бирәбеҙ): 

Дим районы, «Красивая поляна» (Матур күл)

Калинин районы, «Песчаный» (Өфө йылғаһы), «Гольфстрим» (Йылы күл)

Киров районы, «Солнечный» (Ағиҙел йылғаһы)

Ленин районы, «Водник», «Ак-Яр Затон» (Ағиҙел йылғаһы)

Октябрь районы, «Берег солнца», «Сипайловское Сочи» (Өфө йылғаһы), «Кашкадан» (Ҡашҡаҙан күле).

Миҙгелде имен үткәрергә яҙһын! Һыуҙа һаҡ булығыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Алһыу Ишемғолова