

Быйыл конкурста 400-ләп кеше ҡатнашҡан. Силәбе өлкәһенән дә ҡурайсылар килгән.
Был йылдың республикабыҙҙа Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителеү сәбәпле, конкурсҡа "Ғаилә ансамблдәре" номинацияһы ла индерелгән.
Еңеүселәрҙе тантаналы бүләкләү сараһында БР мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов та ҡатнашҡан.
Шулай итеп, гран-при - Стәрлетамаҡтан Динар Абдуллинда!
Иң йәш ҡурайсы - Сибайҙан Эмир Савинкин (7 йәш), иң оло ҡурайсы - Бөрйәндән Ришат Абдуллин (65 йәш).
Ғаилә ансамлдәре араһында Баҡалынан Ханнановтар еңгән.
Афариндар!
Фото: kulturarb.ru.
Беҙҙе МАКС-та ла уҡығыҙ!