

Бөгөн, 19 майҙа, Мәләүез районында кеше үлеменә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был турала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Өфө-Ырымбур автоюлының 170-се километрында «КамАЗ» һәм «Рено Логан» (Renault Logan) автомобилдәре бәрелешкән. Был авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдәге ир үкенесле рәүештә ваҡиға урынында уҡ һәләк булған, тағы ике кеше дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Хәҙер ваҡиғаның барлыҡ ентеклелектәре асыҡлана.