

Иртәгә үк, 20 майҙа, көндөҙ республиканың төньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғырҙар яуасаҡ.
Шаршамбыла, 21 майҙа иһә төбәккә төньяҡтан һалҡын фронт киләсәк, бер аҙ һалҡынайтыуы көтөлә. Һауа температураһы төнөн +8, +13, көндөҙ +19, +24 градус. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана.
Һалҡын көндәр оҙаҡ һаҡланмаясаҡ. Ял көндәрендә, 23-24 майҙа, һауа температураһы +29 градусҡа тиклем күтәреләсәк, ә 2 июндән бөтөнләй +30 градустан юғары эҫелек башланасаҡ.
Июндә үтә эҫе булыуы фаразлана: беренсе ун көнлөктә — көндөҙ +30–33-кә тиклем һәм төнөн +16-нан түбән түгел, айҙың икенсе яртыһында — стабиль рәүештә +24-тән юғары. Ямғырҙар һирәк буласаҡ, аномаль һауа торошоноң сәбәбе тип Эль-Ниньо феноменының йоғонтоһон атайҙар.