

Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы сауҙа үҙәктәрендә янғын сыҡҡан. Был турала РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Нефтекамала Социалистик урамында урынлашҡан сауҙа үҙәгендә ут 10 квадрат метр майҙандағы мөлкәткә зыян килтергән. Янғын һүндереүселәр утты һанаулы минуттар эсендә юҡ иткән.
Стәрлетамаҡта Мир урамындағы сауҙа үҙәгендә металл каркаслы бинаның коридорында янғын сыҡҡан. Уны һүндергәндәр. 40 йәшлек ир төтөн менән ағыуланған һәм дауаханаға оҙатылған.
Әле ут сығыу сәбәптәре асыҡлана.