

Быйыл "Өфө королеваһы" титулын һәм тағы "Миссис Грация", "Иң яҡшы милли кейем" номинацияларында тележурналист Зилә Баймырҙина еңеү яуланы.
"Эксклюзив" төркөмөндә (һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән) 59 йәшлек Елена Шаяхова, "Йыл әсәһе" төркөмөндә Фиданиә Рафиҡова (күп балалы әсә, МХО яугиры ҡатыны, Иглин районы) еңде. "Йыл өләсәһе" лә билдәләнде - Өфөнән 54 йәшлек Юлия Лукьянова.
"Миссис Россия Мира РБ - 2026" титулына "Классик 40+" номинацияһында Чулпан Шәнгәрәева лайыҡ булды. Ул Башҡортосан данын "Миссис Россия Мира - 2026" Бөтә Рәсәй конкурсында яҡлаясаҡ. Был сара июндә Мәскәүҙә үтә.
Фото: Добрые новости Башкортостана, вк