Ҡулдарҙа үтелгән 15 сәғәтлек ҡурҡыныс боҙлоҡ артта ҡалды

  Ер шарының иң бейек түбәһе — Эвересты яуларға юлланыусы билдәле яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев сираттағы ҡатмарлы һынауҙы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡулдарҙа үтелгән 15 сәғәтлек ҡурҡыныс боҙлоҡ артта ҡалдыҠулдарҙа үтелгән 15 сәғәтлек ҡурҡыныс боҙлоҡ артта ҡалды
Ҡулдарҙа үтелгән 15 сәғәтлек ҡурҡыныс боҙлоҡ артта ҡалды

Ул Ер йөҙөндәге иң хәүефле урындарҙың береһе һаналған гигант Кхумбу боҙлоғон артта ҡалдырҙы.

13 майҙа 5364 метр бейеклектәге база лагерынан сыҡҡан блогер, тик ҡулдарына ғына таянып, бөтәһе 15 сәғәтлек ауыр юл үткән. Кхумбу — 22 километрға һуҙылған, һәр ваҡыт боҙ шыуып торған, тәрән ярыҡтар һәм текә стеналар менән тулы ҡурҡыныс боҙ яланы. Әле Рөстәм 6100 метр бейеклектәге 1-се лагерҙа урынлашҡан.

Бөйөк түбәгә (8848 метр) тиклем ышаныслы аҙымдар менән алға барыусы яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гөлнара Солтанова