

Фажиғә 16 май иртәһендә Инорс микрорайонында теркәлгән. Йортҡа эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килгәндә ғаилә башлығы иҫерек булған. Ул үҙе полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртҡан да.
"Честный репортаж" ТГ-каналы мәғлүмәттәре буйынса, сабыйҙың тәнендә үлтереү билгеләре табылмаған. Үлер алдынан ул ауырыған һәм күпмелер ваҡыт дауаханала дауаланған. Шунан һуң уны өйөнә алып ҡайталар.
Үлгән сабыйҙың әсәһе әле лә дауаханала ята. "Ufa1" мәғлүмәттәре буйынса, ул иренән туҡмалғандан һуң табитарға эләккән. Ғаилә имен булмаған, иҫәптә торған.
Хәҙер ата кеше полиция бүлегендә, уның менән полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй.