Октябрьский ҡалаһында фажиғә

Октябрьский ҡалаһында күп ҡатлы йортта янғында ир кеше һәләк булған.

Октябрьский ҡалаһында фажиғәОктябрьский ҡалаһында фажиғә
Октябрьский ҡалаһында фажиғә

Йәкшәмбе кисендә 34-се биҫтәләге күп ҡатлы йорттоң бер бүлмәле фатирында көнкүреш әйберҙәрен ялҡын ялмаған. Тиҙ арала килеп еткән янғын һүндереүселәр 63 йәшлек ирҙе төтөн эсендә эҙләп таба һәм ашығыс медицина ярҙамы бригадаһына тапшыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңыраҡ уның үлеме раҫлана.

Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем бинанан үҙ аллы 25 кеше, шул иҫәптән 7 бала эвакуацияланған.

Янғындың сәбәптәре асыҡлана, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тикшереүсеһе һәм тикшереү-оператив төркөмө эшләй.

Фото: https://web.max.ru/-69197923551776

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас