

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, кескәй генә осҡон да ҡот осҡос янғындарға сәбәпсе була ала:
- Ҡоро үлән, көслө ел һәм һауа температураһының юғары булыуы кеүек факторҙарҙың берләшеүе уттың тиҙ таралыуы өсөн идеаль шарттар тыуҙыра - янғын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур территорияларҙы солғап аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә!
Был режим сиктәрендә түбәндәге ғәмәлдәрҙе башҡарыу ҡәтғи тыйыла:
- усаҡ яғыу;
- сүп-сарҙы, ҡоро үләнде һәм башҡа тиҙ тоҡаныусан материалдарҙы яндырыу;
- янғын хәүефе менән янаған эштәрҙе башҡарыу;
- шырпыны, тәмәке төпсөгөн һәм башҡа янған нәмәләрҙе һүндерелмәгән килеш ташлау.
Ғәҙәттән тыш хәл булған осраҡта 112-се номерына шылтыратығыҙ!