

Дүшәмбе, 18 майҙа, Башгидрометүҙәк синоптиктары фараздары буйынса, республикала яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан уртаса тиҙлектә, көндөҙ урыны менән көслө. Төндә һауа температураһы +7° … +17 градус. Көндөҙ +26, +31 градус.
Шишәмбе, 19 майҙа, һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан уртаса тиҙлектә, ә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7, көндөҙ +31 градус.