Агротехнологик кластар бар

Башҡортостанда "Агросәнәғәт комплексында кадрҙар" федераль проекты буйынса мәктәптәрҙә махсус йүнәлешле кластар барплыҡҡа килә.

Агротехнологик кластар барАгротехнологик кластар бар
Агротехнологик кластар бар

Мәҫәлән, шундай кластарҙың береһе Бүздәк районы үҙәгендәге 1-се мәктәптә уңышлы эшләй. Ағымдағы уҡыу йылында оҫталыҡ дәрестәре күп ойошторолған, тематик лекциялар, ижади уйындар, тренингтар булған. Агротехнологик лкаста белем алыусы балалар Бүздәк консерва комбинатына ла барған, ветеринар станция эше менән танышҡан.

Бынан тыш, уҡыусыларға Өфөнөң "ЭКСПО" күргәҙмә комплексында уҙған "АгроКомплекс" халыҡ-ара күргәҙмәһенә барыу мөмкинлеге лә бирелгән.

Ауыл хужалығы тармағына кадрҙар кәрәк. Киләсәктә әлеге йүнәлештәге кластарҙа уҡыусылар һөнәр һайлағанда алған белемен ҡулланыр, аграрийҙар булып китер, тигән ышаныс бар.

Фото: пресс-служба адм-и Буздякского р-на, Контента | Инфоповод 

Агротехнологик кластар бар
Агротехнологик кластар бар
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас