

Өфөләге бер фатирҙа 4 айлыҡ малай үле килеш табылған. Фажиғә Инорс биҫтәһендә теркәлгән. Оператив хеҙмәттәрҙе баланың атаһы саҡырған. Һәм әйтеүенсә, улы иртән тын алмаған була.
Сабыйҙың ғаиләһе имен булмаған һәм иҫәптә торған. Баланың әсәһе уның кәүҙәһе табылған ваҡытта өйҙә булмай, ул туҡмалғандан һуң дауаханала ята. Тәфтишселәр һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә килтереү буйынса эш ҡуҙғата. Хәҙер бәлиғ булмағандар эштәре комиссияһы хеҙмәткәрҙәренән дә һорау алалар.