Сәнғәт мәктәбе төҙөлә!

Башҡортостандың Ҡыйғы районы үҙәгендә милли проект буйынса Балалар сәнғәт мәктәбе һалына башланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәнғәт мәктәбе төҙөлә!Сәнғәт мәктәбе төҙөлә!
Сәнғәт мәктәбе төҙөлә!

Үрге Ҡыйғыла «Ғаилә» милли проекты менән ижади балалар өсөн мәктәп төҙөлөшөнә нигеҙ һалынды. Сәнғәт мәктәбендә хореграфия залдары, эстрада менән концерт залы, тауыш яҙҙырыу студияһы, ҡулланма сәнғәт кластары, китапхана, компьютер кабинеты, шәхси һәм күмәк дәрестәр өсөн бүлмәләр, медпункт, живопись класы һәм башҡа күп кәрәк кабинет-майҙансыҡ буласаҡ. Ата-әсәләргә балаларын көтөү урыны ла билдәләнгән.

БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдереүенсә, яңы мәктәптә сменаһына 100 кеше шөғөлләнә ала. Эштәр киләһе йылда тамамланасаҡ.

Фото: Контента | Инфоповод, Минстрой РБ.

Автор:Алһыу Ишемғолова