Башҡортостан хөкүмәте МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам сараларын киңәйтә. Хәҙер яугирҙарҙың ата -әсәләре Абхазияға ял итергә бара ала.
Республикала "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" программаһы буйынса яңы йүнәлеш асыу планлаштырыла. Проектты әҙерләү тураһында республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.
"Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" программаһы 2023 йылда Радий Хәбиров башланғысы менән эшләй башланы. Ул пенсионерҙарға республика буйлап һәм унан ситтә бушлай сәйәхәт итергә мөмкинлек бирә. Бынан алдараҡ Белоруссияға льготалы турҙар ҙур популярлыҡ алғайны, хәҙер сиратта - Дүшәнбе һәм Абхазия.