Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра

Республикала сәсеү эштәре гөрләй

Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыраЯҙҙың бер көнө йылды туйҙыра
Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра

Әбйәлил районында ла яҙғы сәсеү рәсми рәүештә старт алды.

 Әлеге ваҡытта төбәктә 10 350 гектарҙан ашыу майҙан сәселгән — был дөйөм пландың һәр алтынсы гектары тиерлек. Темптар бик яҡшы, район аграрийҙары һәр аяҙ көндө-сәғәтте тулыһынса файҙаланырға тырыша.

Быйыл Әбйәлил игенселәре уңыш мул булыр тип өмөт итә. Баҫыуҙарға 1 650 гектарҙа төп культура - бойҙай сәселәсәк. Майлы етенгә өҫтөнлөк бирелә: 2 500 гектар, көнбағыш һәм рапс 1 900 һәм 2 000 гектар, борсаҡ 1 000 гектарҙа үҫәсәк. Силосҡа кукуруз 1000 гектарға яҡын буласаҡ.

Район хужалыҡтары йылдың мөһим кампанияһына тулыһынса әҙер, кәрәкле  техника, яғыулыҡ, орлоҡтар менән тәьмин ителгән. 1 474 тонна ашлама һатып алынған.

Аграрийҙарға тотороҡло һауа торошо һәм еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас