Ҙурлап иҫкә аласаҡтар

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайында сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре Владимир Жириновскийҙың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте. Был шәхесте республикала ҙурлап иҫкә аласаҡтар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҙурлап иҫкә аласаҡтарҘурлап иҫкә аласаҡтар
Ҙурлап иҫкә аласаҡтар

Ойоштороу комитеты ағзалары тантаналы йыйылыш, ғилми-ағартыу акцияларын, мәҙәни программалар һәм республика буйынса спорт турнирҙарын үткәреүҙе үҙ эсенә алған саралар планының үтәлешен тикшерҙе.

Дәүләт Йыйылышы Рәйесе вазифаһын башҡарыусы Салауат Хөсәйенов белдереүенсә, тантаналы йыйылыш үҙәк ваҡиға буласаҡ. Сара ошо айҙа үтә.

Фото: gsrb.ru, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.

Автор:Алһыу Ишемғолова