

«Музейҙар төнө - 2026» акцияһы иртәгә, йәғни 16 майҙа киске сәғәт 6-ла башлана.
Акцияла республиканың 100-ҙән ашыу музейы ҡатнаша.
Өфөлә лә бик ҡыҙыҡ саралар әҙерләнгән. БР Милли музейы, Аксаков, Нестеров, Шаляпин, Полярниктар музейҙары һеҙҙе көтә. Хатта бушлай автобус та йөрөйәсәк икән. Маршруты - Милли музейҙан Нестеров, Өфө ҡалаһы тарихы, Геология, «Интеллектус» музейҙарына тиклем), ваҡыты 19:00, 20:00, 21:00, 22:00 с.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.