

«Башҡорт хужабикәһе» ирен көнләшә башлаған. Ул Альбертты йәш ҡыҙ менән видеоға төшөргән.
«Мин һеҙҙе тоттом, һеҙ ни эшләйһегеҙ!» — тип ҡысҡыра Миләүшә.
Видео шаярыу булып сыҡты. Яҙмалағы ҡыҙ — уның ярҙамсыһы Зарина. Ул Альбертҡа мунсаға телефонын илткән. Шул уҡ ваҡытта Зарина Миләүшә менән эшләй башлағас, күптәр комментарийҙарҙа блогерға «һаҡ бул!» тип яҙғандар, Йәнәһе, йәш ҡыҙҙы өйгә индерергә ярамай.
— Бына шундай хәл булды беҙҙең. Зарина беҙгә килеп урынлашҡас, күптәр миңә: «Ни өсөн һеҙ йәш ҡыҙҙы өйгә индерҙегеҙ, Альберт хәҙер күҙ һаласаҡ бит», — тип яҙҙы, — ти Миләүшә.
Альберт һыналған ир инде ул. Тәртәне тиҙ генә ысҡындырмаҫ.