

Фәйза инәй — һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙың бөтә ауырлығын, аслыҡ-юҡлыҡты күреп үҫкән ҡаһарман быуын вәкиле. Ул йәштән үк ир-ат менән бер рәттән үгеҙ егеп ер һөргән, бесән сапҡан, һарыҡ көткән һәм ауылдың бөтә ауыр эшен башҡарған. Тормош уны оло юғалтыуҙар менән дә һынай: ун балаһының дүртәүһен ер ҡуйынына һалырға ла тура килә. Әммә ошо михнәттәрҙең берәүһе лә оло йөрәкле, сабыр ҡатынды һындыра алмай, киреһенсә, ныҡлыҡ ҡына өҫтәй.
Илде аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индергән инәй бөгөн улы Мансур менән килене Әҡлимәнең йылы ҡосағында, хәстәрлегендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Бер быуат ишеген атлап үтһә лә, уның хәтере, зиһене һоҡланырлыҡ: гәзит-журналдар уҡый, көндәлек эштәрҙе үҙаллы башҡара.
«Еңеүгә тос өлөш индергән, лайыҡлы балалар үҫтергән хөрмәтле тыл ветераны бөгөн бәхетле ҡартлыҡ кисерә», — тип билдәләне район хакимиәте етәксеһе үҙенең сәхифәһендә.
Ғәлиәхмәт ауылының тере тарихы булған Фәйза инәйҙе күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Күңел тыныслығы, ныҡлы һаулыҡ һәм балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең ҡыуанысын күреп йәшәүен теләйбеҙ!