

Апрель аҙағында Балтас районынан 18 йәшлек егет ағаһы менән уның 20 йәшлек дуҫына ял итергә килгәндәр. Баҡса йортонда эскәндәре билдәле. Нимәнелер бүлешә алмай һуғышҡандар, аҙаҡ ярашып, йоҡларға ятҡандар. Төн уртаһында егет ике бысаҡ алып, йоҡлап ятҡан ағаһына ла, уның дуҫына ла сәнскән, шунан ни ҡылғанын туған тейешле ҡатынға әйткән. Ҡатын полицияға хәбәр иткән.
Ағаһы үлгән, ә йорт хужаһын табиптар ҡотҡарып өлгөргән.
Егетте ҡулға алғандар. Тәфтишселәр тикшереү алып бара.
Фото: БР Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте..