Яугирҙарҙың мәнфәғәтен яҡлаясаҡ

Зинера Слабожанко  — хәрби фельдшер, хәрби хәрәкәттәр  ветераны. Ҡыйыу ханым Чечня, Сириялағы хәрби хәрәкәттәрҙә булып, һалдаттарҙы ут эсенән алып сығып, уларҙың ғүмерен ҡотҡарған. Медицинаға 22 йыл ғүмерен бағышлаған  Зинера «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнаша.  

Яугирҙарҙың мәнфәғәтен яҡлаясаҡЯугирҙарҙың мәнфәғәтен яҡлаясаҡ
Яугирҙарҙың мәнфәғәтен яҡлаясаҡ

Зинера Слабожанко  — хәрби фельдшер, хәрби хәрәкәттәр  ветераны. Ҡыйыу ханым Чечня, Сириялағы хәрби хәрәкәттәрҙә булып, һалдаттарҙы ут эсенән алып сығып, уларҙың ғүмерен ҡотҡарған. Медицинаға 22 йыл ғүмерен бағышлаған  Зинера «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнаша.

«З. Слабожанко «Ватанды һаҡлаусылар» фондында стажировка сиктәрендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Май аҙағында «Башҡортостан геройҙары « кадрҙар программаһының  һуңғы уҡытыу модуле була. Был этап һуңғы һынау алдынан төп этап булып тора.Ветерандың остазы булараҡ, мин Зинераның маҡсатҡа ынтылышы, материалды тәрән аңлауы һәм геройҙарға ярҙам итеү теләге —киләсәк уңыштарының нигеҙе булыр, тип уйлайым . Зинера Слабожанко уҡыуын уңышлы тамамлап, ветерандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендә ҡиммәтле белгес буласаҡ», – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге  сәхифәһендә «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас