Маладис бабай, алданмаған!

Муттарҙың көслө ҡыҫымына эләккән 82 йәшлек бабай үҙенең уяулығы арҡаһында алдаҡ ауынан ҡотолоп, алтын ҡойолманы һәм аҡсаһын һаҡлап алып ҡалған!

Маладис бабай, алданмаған!Маладис бабай, алданмаған!
Маладис бабай, алданмаған!

Барыһы ла мессенджер аша килгән электр счетчигын тикшереү тураһындағы хәбәрҙән башлана. Шунан һуң телефондан шылтыраталар. Билдәһеҙ кешеләр, үҙҙәрен банк, һуңынан хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, Өфөлә йәшәүсе пенсионерға хәүефле хәбәр еткерә: йәнәһе лә, уның иҫәбенән ҙур сумма аҡса "дуҫ булмаған илгә" күсерелә. Ҡурҡҡан пенсионер, мутлашыусыларға ышанып, уларҙың күрһәтмәләрен үтәй. Тәүҙә ул банкка барып, бөтә тупланмаларын - 3 миллион һумдан ашыу аҡсаһын ҡулына төшөрә. Һуңынан, аферистар өйрәткәнсә, ике миллион һумдан ашыу хаҡҡа алтын ҡойолма һатып ала. Артабан ҡалған аҡсалар һаҡланған икенсе финанс учреждениеһына барып, унан 600 мең һум аҡсаһын алып ҡайта. Алтын ҡойолманы биреп ебәрер алдынан шиккә ҡалып, үҙен борсоған һорауҙарҙы "куратор"ҙарға биргән икән, улары бабайға ҡысҡырырға, янарға тотонған. Пенсионер быға түҙеп тормаған, телефонды һүндергән. Икенсе көндө мутлыҡ хаҡында полицияға хәбәр иткән. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас