

Эй Хоҙайым, кеше көнлө итмә,
Дусар итмә йотом һыуҙарға,
Аңым аҡылынан айыра күрмә,
Юл ҡуйма һин ҡара уйҙарға.
Бала ҡайғылары бирмә бер үк,
Хәләл ризыҡтарҙан айырма.
Ике балам — пар ҡанатым минең,
Ҡанатҡайҙарымды ҡайырма.
Ғүмер бирһәң, артыҡ күп кәрәкмәй,
Балам йәшәүҙәрен уҙырлыҡ,
Байлыҡты ла бирмә нәфселәнеп,
Бәйелемдән аҙып туҙырлыҡ.
Ил-йортома именлек бир, Аллам,
Ғаиләләр булһын иманлы.
Доғаларым һиңә барып етһен,
Хаким итһен ерҙә тыныслыҡ.
Гөлиә Азаматова-Мукминова.