Яңы уҡыу йылына спорт залы төҙөләсәк

"Салауат" компанияһынан - яңы объект.

Яңы уҡыу йылына спорт залы төҙөләсәкЯңы уҡыу йылына спорт залы төҙөләсәк
Яңы уҡыу йылына спорт залы төҙөләсәк

Әбйәлил районының Михайловка урта мәктәбе уҡыусылары яңы уҡыу йылы башланыуын түҙемһеҙлек менән көтәсәк. Ни өсөн тиһегеҙме? Әлеге ваҡытта спорт залы булмағас, физкультура дәрестәре белем усағының коридорында йәки көн аяҙ булғанда мәктәп биләмәһендә үтә. Бына, ниһайәт, нисә йылдар оло проблема булған мәсьәләне хәл итеү юлы табылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Тура бәйләнеш”тә урындағы мәктәп директоры Елена Ғилманова 2020 йылдан авария хәлендә булған спорт залын ремонтлауҙа ярҙам һорағайны. Күп ваҡыт та уҙманы: “Тура бәйләнеш”тә күтәрелгән мөрәжәғәт буйынса «Салауат» компанияһы һәм предприятиеның партнеры - Рус баҡыр компанияһы ярҙам вәғәҙәләне. Улар спорт залы торошон тикшергәндән һуң ремонтлау урынына мәктәп янында өр-яңы спорт объекты төҙөргә ҡарар итә. РМК-ың хәйриә фонды төҙөлөштө финанслауҙы үҙ өҫтөнә ала. Апрель айында ауылдың үҙәгендә, мәктәп менән  мәҙәниәт усағы араһындағы майҙансыҡта әҙерлек эштәре башланды. Бер нисә айҙан был урында заманса объект барлыҡҡа киләсәк.

 Ошо көндәрҙә уңышлы партнерлыҡ өс яҡлы килешеү менән нығытылды. Мөһим документҡа ҡул ҡуйыу тантанаһында Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев, «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев, РМК-ның хәйриә фонды етәксеһе Мария Горшкова һәм «Урал төҙөлөш идаралығы» ЯСЙ-һы директоры Станислав Тарасюк ҡатнашты. Өс яҡлы килешеү ярҙамында өр-яңы социаль проект тормошҡа ашырыласаҡ. Рәсми өлөштән һуң делегация Михайловка ауылына йүнәлде. Бында буласаҡ спорт залы нигеҙе ташына ваҡыт капсулаһы һалынды. Киләһе быуындарға арналған хатты егерме йылдан һуң ғына асып уҡыясаҡтар. Тантаналы сараға мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы килде. Иҫтәлекле ваҡиғала ҡатнашыусыларҙы муниципалитет башлығы Айрат Әминев сәләмләне:

- Республика етәксеһе Радий Хәбировҡа тура линияға мөрәжәғәт итеүгә күп ваҡыт та үтмәне, ауыл халҡын, мәктәп коллективын нисә йылдар борсоған проблема сиселеш тапты. Инвесторҙарыбыҙға рәхмәт - улар районға әүҙем ярҙам итә һәм кәрәкле проекттарҙы тормошҡа ашыра. Буранғол мәктәбенең интернатына капиталь ремонт, “Ирәндек” балалар ял лагерына заманса спорт майҙансығы һәм тағы бихисап эштәр – улар менән емешле хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе, - тине Айрат Зиннәт улы. - Бөгөн беҙ яңы объектҡа старт бирәбеҙ - нигеҙ ташы һәм ваҡыт капсулаһын һалабыҙ. Был капсулаға беҙ үҙебеҙҙең изге теләктәребеҙҙе яҙҙыҡ, йәш быуындар уларҙы уҡыр. Заманса спорт залы Михайловка ауылына йәм биреп, сәләмәт йәшәүгә ынтылыш үҙәге булып торһон. Шуныһы мөһим, бында уҡыусылар ғына түгел, ауыл халҡы ла спорт менән шөғөлләнә аласаҡ.

РМК-ның хәйриә фонды етәксеһе Мария Горшкова ла ихлас теләктәрен юлланы.

- Рус баҡыр компанияһы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе – йәш быуынды спортҡа йәлеп итеү һәм бының өсөн тейешле шарттар булдырыу.Беҙҙең компанияСиләбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләре һәм Хабаровск крайында бик күп спорт объекттары төҙөнө. Киләһе социаль проектты тап һеҙҙә – Михайловка ауылында тормошҡа ашырырға теләйбеҙ.Яңы физкультуразалы балаларҙың сәләмәтлеген нығытырға һәм спортта ҙур еңеүҙәр яуларға ярҙам итер тип ышанам.

Тантаналы сарала «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев  сығыш яһаны.

 - Михайловка ауылында ышанслы партнерыбыҙ – Рус баҡыр компанияһының хәйриә фонды ярҙамы менән заманса физкультура залы төҙөләсәк. Уларға кәрәкле объектты финанслауҙағы ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Бөгөн беҙ барыбыҙ ҙа тарихи ваҡиға шаһиттары буласаҡбыҙ, спорт залы нигеҙенә тәүге таш һалынасаҡ, - тип белдерҙе Таһир Тимербай улы. - Яңы физкультура залы Әбйәлил районының ғорурлығына әйләнеренә шигем юҡ. Бында спорт ҡаҙаныштарына мөмкинлектәр асыласаҡ һәм буласаҡ чемпиондар үҫәсәк.

Майҙаны 440 квадрат метр тәшкил иткән объектты төҙөүселәр сентябрь айында тапшырырға планлаштыра. Яңы спорт залында физкультура дәрестәрендә шөғөлләнеү һәм ярыштар үткәреү  өсөн бөтә шарттар ҡаралған: ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн кейенеү бүлмәләре, душ, тренерҙар өсөн кабинеттар буласаҡ, кәрәкле спорт инвентары менән тулыһынса йыһазландыраласаҡ. Тимәк, 300 уҡыусы белем алған Михайловка мәктәбенә яңы уҡыу йылына шәп бүләк буласаҡ.

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас