Туристар ҡыҙыҡһына

Башҡортостандың Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы яңы туристик-мәғлүмәт үҙәгенә март башынан алып меңдән ашыу кеше килеп киткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Туристар ҡыҙыҡһынаТуристар ҡыҙыҡһына
Туристар ҡыҙыҡһына

Был үҙәк «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк. Ҡунаҡтар юл күрһәткестәр, аудиогид һорап мөрәжәғәт итә, "Торатау" геопаркы буйлап бер көнлөк сәйәхәт менән ҡыҙыҡһына. Шулай уҡ үҙәккә килеүселәр ҡаланың 1901 йылғы картаһы менән дә таныша.

БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина әйтеүенсә, үҙәктә шәхси маршрут төҙөргә лә ярҙам итәсәктәр, һуҡырҙар өсөн тактиль карталар ҙа бар.

Йәйге миҙгелгә бында яңы программа әҙерләнә, матур күргәҙмә эшләйәсәк.

Адресы: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Комсомол урамы, 80-се йорт (Салауат Юлаев исемендәге сквер).

Эш ваҡыты: 10:00 - 18:00, йәйен — 10:00 - 20:00 сәғәттә.

Автор:Алһыу Ишемғолова