Әсәһен үлемгә этәргән

Стәрлетамаҡта йәшәүсе ир әсәһен үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр иткәне өсөн хөкөм ителде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әсәһен үлемгә этәргәнӘсәһен үлемгә этәргән
Әсәһен үлемгә этәргән

18+

Стәрлетамаҡ ҡала суды 37 йәшлек ирҙе ата-әсәһен язалауҙа һәм әсәһен үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙа ғәйепле тип тапты.

Конфликт ата-әсәнең фатирҙы һатыуҙан һәм аҡсаның яртыһын 37 йәшлек улдарына биреүҙән баш тартыуы арҡаһында башлана. 2025 йылдың ғинуарынан июнь айына тиклем ир ата-әсәһен туҡмай, ҡурҡыта һәм кәмһетә. БР судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың 26 июнендә уның әсәһе, ауыр психологик хәлдә, үҙ-үҙенә ҡул һала.

Суд ирҙе дөйөм режимлы колонияла 3 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итә. Хөкөм ҡарары әле көсөнә инмәгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова