Иң яҡшыһы кем булыр?

    «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй конкурсы иғлан ителде. Быйыл был бәйгелә махсус хәрби операция ветерандары ла ҡатнаша .  

Иң яҡшыһы кем булыр?Иң яҡшыһы кем булыр?
Иң яҡшыһы кем булыр?

 

Был хаҡта «Ватанды  һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалында үткән матбуғат конференцияһында БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова һөйләне.

Бәйгенең икенсе төбәк этабына  21 йәштән өлкән 19 кеше үткән.

МХО ветерандары өсөн «Икенсе старт» махсус номинацияһы ҡаралған. Яраштар 15 майҙа халыҡ-ара кампустың Геном үҙәгендә үтәсәк. Унда һәр ҡатнашыусы үҙенең һөнәри эшмәкәрлегенә ҡайтыуы тураһында һөйләп, егерме һорауҙан торған тест үтергә тейеш. Бәйгеселәр араһында ашнаҡсылар, электромонтерҙар, автомеханиктар бар. Еңеүселәр Һамар ҡалаһында үтәсәк  конкурс финалында ҡатнашыу хоҡуғы ала. Финалға үтеүселәргә  1 миллиондан алып 300 меңгә тиклем приз ҡаралған. Финалда еңеүселәрҙе Кремль һарайында бүләкләйәсәктәр.

МХО-нан күп ир-егеттәр йәштәре өлкән булыуы, ауыр яралар алып ғәрипләнеүҙәре арҡаһында ҡайтарылған.

«Ватанды һаҡлаусылар » фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ветерандарҙы социализациялау уларҙы эшкә урынлаштырыуҙан башлана, тип иҫәпләй. – -- Әле уларҙың 77 проценты эш тапҡан. Аяҡ-ҡулдарын юғалтыуҙары,имгәнеүҙәре арҡаһында күптәре элекке эштәрендә эшләй алмай. Беҙ предприятиелар менән килешеүҙәр төҙөгәнбеҙ, улар  инвалидлығы булған кисәге яугирҙарҙы эшкә алырға әҙер, – ти Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

БР МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡовтың фекеренсә, был конкурс МХО яугирҙарының потенциалын асасаҡ. Эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырырға кәрәк. Яугирҙар тыныс тормошҡа ҡайтҡас та  эшкә урынлашып, дәүләт ярҙамы менән яңы карьера яһай ала. Конкурс шундай миҫалдар менән дә таныштырасаҡ.

   «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» конкурсы «Кадрҙар» милли проектындағы «Хеҙмәт кешеһе» федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла.

 

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас