

Өфө эргәһендәге Нурлы ауылы районында көслө янғын сыҡҡан. Был турала Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хәбәр иттеләр.
Ваҡиға урынына ведомство көстәре килгән. Линия производство-диспетчерлыҡ станцияһында технологик процестың боҙолоуы арҡаһында шартлау булыуы һәм артабан ут сығыуы асыҡланған. Был резервуар ҡулланылыштан сығарылған булған.
Әле янғынды һүндереү өсөн бөтә кәрәкле саралар күрелә. Ут сығыуҙың сәбәптәре ентекләберәк асыҡлана.