

Был турала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Байназар ауылында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 28 йәшлек ҡатын идара иткән «Хендай Солярис» автомобилен туҡтатып, документтарҙы тикшергәндә водителдең эскәнен, бәләкәй баланың ултырғысһыҙ йөрөтөлөүен асыҡлай. Йәш әсә үҙ ғүмерен генә түгел, ә балаһының да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған. Тикшереү тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 0,458 мг/л алкоголь булыуын күрһәткән.
Йәш әсәне шунда уҡ машина менән идара итеүҙән ситләткәндәр, автомобилен махсус туҡталҡаға ҡуйғандар.
Ҡатынға ҡарата өс статья буйынса административ протоколдар төҙөлгән (иҫерек килеш машина менән идара итеү, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәү һәм баланы махсус ултырғысһыҙ йөрөтөү).
Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы иҫкә төшөрә: бала — юл хәрәкәтендә иң яҡлауһыҙ ҡатнашыусы. Машина менән иҫерек килеш идара итеү, бигерәк тә салонда балалар булғанда, енәйәтсел вайымһыҙлыҡ, ул фажиғәгә килтереүе ихтимал. Балаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!
Фото һәм видео: https://web.max.ru/-70920650465299