

Ҡыҙ балалар араһында һаман да йомшаҡ һәм яңғырауыҡлы варианттар алдынғылыҡты тота — Амелия, Йәсминә, София, Әминә һәм Эмилия. Малайҙар араһында иһә Әмир, Эмир, Тимур, Роман һәм Михаил исемдәре ТОП-та ҡала килә.
Әммә бөтөнләй ҡолаҡҡа ятмағандары ла бар. Һирәк осраған ҡыҙ исемдәре исемлегендә Катрина, Джасмина, Джаннат, Инна һәм Лолита осрай. Малайҙар араһында — Арнест, Сарват, Янислав, Мирзоумар һәм Диназ.