Янып үлә яҙғандар

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике кешенең аяныслы хәлгә тарыуы хаҡында хәбәр итте.

Уйлап эш итегеҙ!Уйлап эш итегеҙ!
Уйлап эш итегеҙ!

- Ҡайһы берҙә фажиғәнән ҡотолоу өсөн туҡтап, тағы бер тапҡыр уйланыу етә: һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ нимәгә килтерә ала? - тип яҙа Айрат Рәхмәтуллин. - Тормош күрһәтеүенсә, иң ҡурҡыныс йәрәхәттәр йыш ҡына ғәҙәти һаҡһыҙлыҡ һөҙөмтәһе булып тора. Миҫалға ике осраҡты килтерергә теләйем. Ике зыян күреүсе лә республика тән бешеү үҙәгенең реанимация бүлегенә эләкте. Беренсе осраҡ. Ир үҙ участкаһында үлән яндыра һәм бензин ҡуллана. Яғыулыҡ кейемгә эләгә. Һөҙөмтә: тәненең 80 проценты бешкән. Икенсе осраҡ. Ир болгарка менән газ баллонының редукторын ҡырҡырға ҡарар итә. Ә унда, күрәһең, газ ҡалған була. Һөҙөмтәлә тәненең 54 проценты бешкән. Зыян күреүселәр - пенсия һәм пенсия алды йәшендәге кешеләр. Йәғни йәштәр түгел, ә ололар, тәжрибәлеләр. Әммә барыбер шундай хата яһағандар. Быны булдырмаҫҡа мөмкин инеме? Эйе. Ҡайһы берҙә туҡтап, мин дөрөҫ эшләйемме, тип уйларға кәрәкме? Мин үҙемә йәки тирә-яҡтағыларға зыян килтермәйемме, тип һорарға кәрәкме үҙеңдән? Әлбиттә, уйларға кәрәк. Иғтибарлыраҡ булығыҙ һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Фото: Айрат Рәхмәтуллиндың сәхифәһенән.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас